Башҡортостан Милли музейында курсташтар күргәҙмәһе

Өфөнөң 450 йыллығына арналған экспозиция Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын 1995 йылда тамамлаусыларҙың эштәренән ойошторолған.

70-тән ашыу картинала Өфө пейзаждары тәҡдим ителә. Авторҙар араһында билдәле рәссамдар, дизайнерҙар һәм биҙәү сәнғәте оҫталары бар. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Интернет киңлектәрендә карикатуралары менән киң билдәле рәссам Камил Буҙыҡаев, фәлсәфәүи һынлы сәнғәт менән халыҡ һөйөүен яулаған Михаил Гладких, шулай уҡ Әлфиә Шәрәфетдинова, Илшат Мөхәмәтйәновтың ҡатмарлы һынлы сәнғәт техникаһы менән башҡарылған картиналары. Исемлекте тағы ла дауам итергә мөмкин. Улар бер уҡыу йортонда, бер курста белем алған.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты 48 йыллыҡ тарихы осоронда меңдәрсә белгес әҙерләп сығара. 1995 йылғы сығарылыш айырыуса көслө була. Улар барыһы ла бөгөн сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан ижадсылар. Берәүҙәр картина яҙып, икенселәр ағас һырлау менән булыша... Кемдәрҙең эшҡыуарлыҡ юлын һайлаһа ла, сәнғәттән ситкә китмәгән.

«Курсташтар» тип исемләнгән экспозиция 70-тән ашыу ижади эштән тора. Улар аша һынлы сәнғәт техникаһының һәм төрҙәренең киң яҡлы үҫешен төҫмөрләргә мөмкин. Әйткәндәй, 1995 йылғы курсты тамамлаусылар араһында бөгөн остаз-педагогтар ҙа бар. Улар мәктәптәрҙә, студияларҙа үҫеп килеүсе быуынды һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтә.

Азат Ғәлиуллин