Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы 170 йыллығын билдәләне

Юбилей уңайынан урындағы халыҡ ҙур байрамға йыйылды. Сараға ауылдан сыҡҡан шәхестәр, ситтә йәшәүселәр ҙә саҡырылды.

Осрашыу ижади коллективтарҙың сығышы, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡотлау сәләмдәре һәм бүләкләү тантанаһы менән үрелеп барҙы. Ауылдаштар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары рухы мәңгеләштерелгән һәйкәлгә сәскә һалып, яуҙа ятып ҡалыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Осрашыу сиктәрендә Ишмырҙа ауылы тарихына арнап баҫтырылған китаптың исем туйы ла үтте.

Азат Ғәлиуллин