Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре килен төшөрөү йолаһын күрһәтте

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап. Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре килен төшөрөү йолаһын күрһәтте.

Театрлаштырылған тамаша Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ойошторолдо. «Ауылым ынйылары» фольклор коллективы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды, изге теләктәр теләп, йәш киленде ҡәйнә йортона оҙатты.

Байрамда килен төшөрөү, бүләк таратыу, теләктәр теләү, һыу юлы башлау кеүек йолалар күрһәтелде. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен ысын туйҙа булғандай хис итте.

Рәзилә Ғиниәтуллина