Башҡортостан буйлап велосипедта сәйәхәт

Өфөнән Антон Сазонов менән Ксения Салазанова Башҡортостан башлығы грантына веломаршруттар буйынса белешмә әҙерләгән.

Баҫманың тиражы – мең ярым, электрон варианттары ла бар. Материалдар ике тәгәрмәсле транспортта үҙаллы юлға сығырға теләүселәр өсөн бушлай таратыла. Проекттың төп маҡсаты – республикала әүҙем туризмды үҫтереү, сәләмәт тормош пропагандаһы алып барыу.

Урал сәнәғәтен үҙләштереү һәм башҡорттарҙың тарихы, мәҙәниәтенә арналған тематик маршруттар һалынған. Ғаилә, дуҫтар менән, яңғыҙ ҙа сәфәргә сығырға була. Ҡатнашыусылар уртаса өс йөҙ саҡрым юл үтә.

Антон Сазонов «Планета» туризм, тирә-яҡты өйрәнеү һәм экология проекттарын үҫтереү буйынса коммерция булмаған ойошма етәксеһе

Маршруттар күп, респубиканың көнбайыш өлөшөнә Аксаковҡа бәйле урындар буйлап сәфәргә сығырға мөмкин. Шулай уҡ көньяҡ йүнәлеш тә бар – Бөрйән районы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы менән танышырға була.

Гөлназ Хәйбуллина