Илдең көньяғына һәм үҙәк өлөшөнә осоштарҙы сикләү тәртибе 10 сентябргә тиклем оҙайтылды

Һүҙ Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста ҡалаларына ойошторолған рейстар тураһында бара.

Рәсәй авиакомпанияларына был йүнәлештә альтернатив маршруттар файҙаланырға тәҡдим ителә. Илдең башҡа аэропорттары ғәҙәттәгесә эшләй, тип хәбәр итә Федераль һауа транспорты агентлығы.