Һәр йәкшәмбе Өфөнән Грозныйға «Ютейр» авиакомпанияһы самолеттары осасаҡ. Маршрутта 70 пассажир һыйҙырышлы АТR-72 тибындағы һауа суднолары файҙаланыла.
Өфө аэропорты мәғлүмәттәренә ярашлы, Грозный ҡалаһы Төньяҡ Кавказдың туристик үҙәктәренең береһенә әйләнеп бара. Республика ҡунаҡтары бында Рәсәйҙең иң ҙур мәсетен, Әхмәт Ҡадиров исемендәге Мемориаль дан комплексын, Милли музей һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы ҡарай ала.
Гөлдәриә Йосопова