Бөгөн террорға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө билдәләнә

  Башҡортостанда  "Экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш" темаһына  түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Беренсе  вице-премьер  Азат Бадранов  белдереүенсә,  бындай  көрәш  беҙҙең күп милләтле  төбәктәр өсөн  үтә  мөһим.  Көнбайыш илдәренә  ҡаршы  тороу  шарттарында  был тағы  ла  көнүҙәк.  -  Беҙ  Миңлеғәле  Шайморатов  һәм  башҡа геройҙар  тураһында  иҫтәлекте  һаҡлайбыҙ, Шайморатов  кластары  булдырыла, илһөйәрлек  тәрбиәләү йүнәлешендә  эш алып барабыҙ.  Эске  сәйәсәттә  беҙ  һайлаған стратегия  һөҙөмтә бирә, - тине  Азат Бадранов.