Башҡортостан “Йәшел Рәсәй” өмәһенә ҡушылды

Ул бөгөн башланды. Тәүҙә ауыл һәм ҡалаларҙы тәрипкә килтереү саралары ойошторола. Һәр шәмбе хакимиәттәрҙә юл, парк, сквер һәм ихаталар таҙартыла. 24 сентябрь – дөйөм ағас ултыртыу көнө. Көҙгө акцияла 47 меңдән ашыу төп ағас ултыртыу ҡарала. “Ауыл һәм ҡалаларҙы йәшелләндереү изге эш. Балаларыбыҙға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ”,  - ти билдәле селекционер, Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садыҡова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Йәшел Башҡортостан – Өфө” тип аталған сайт булдырылған. Унда ҡаланы йәшелләндереү буйынса тәҡдимдәр һәм фекерҙәр ҡабул ителә.