Бөгөн икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланған көн

Өфөнөң Еңеү паркында Алыҫ Көнсығышта Еңеү иҫтәлегенә акция үтте. Башҡортостандың диңгеҙ пехотаһы «Витяз-Юниор» республика-патриотик кадет үҙәге тәрбиәләнеүселәре Еңеү таҫмалары таратты һәм һәйкәлдәр янында почетлы ҡарауылда торҙо.

Акция 1945 йылда фашизмды еңеүгә һәм әле Украинала нацизмға ҡаршы көрәшеүсе һалдаттарға теләктәшлек йөҙөнән ойошторола.1945 йылдың 8 авгусында Советтар Союзы менән Япония араһында һуғыш башланған. Ул 22 көн эсендә Совет армияһы еңеүе менән тамамланған. Таҫма «Японияла еңеү өсөн» миҙалы төҫтәре менән тап килә.

Хәтер вахтаһы бөгөн ҡаланың бөтә мемориалдарында ла үтә. Унда хәрби- патриотик клуб курсанттары, кадет кластары уҡыусылары ҡатанша. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүсе сара йыл һайын уҙғарыла.

Илфат Шаһиев, Өфө ҡалаһының патриотик тәрбиә үҙәге директоры урынбаҫары

Рәмилә Исмәғилева