Уңайлы мөхит буйлап сәйәхәт...

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтарын яҡлау Советының яңыртылған составы, граждандар институттарының тәүге кәңәшмәһе ҡарарҙарынан сығып Радий Хәбиров Хөкүмәттең киләһе ултырышында «Уңайлы мөхит 2016 – 2022» дәүләт программаһы үтәлешен тикшерергә ҡушты. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлыҡтар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, Башҡортостан йәмәғәт палатаһы вәкилдәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары оҙатыуында. Улар Өфө үҙәгендә урынлашҡан Ленин урамы буйлап Ҡунаҡһарай, «Арт-квадрат»маршруттарында мөхиттең уңайлыҡтарын: транспорт туҡталышын, йәйәүлеләр юлдарын тикшерҙе. Тәүге пункт туристарҙың һәм баш ҡала ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны «Ете ҡыҙ» фонтаны.

Башҡортостан Хөкүмәте алдында республикала эске туризмды үҫтереү, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеү стратегияһы тора. Уның сиктәрендә кресло-коляскаларҙа йөрөгән, насар күргән һәм ишеткән, терәк-хәрәкәт органдарына зыян килгән граждандар, коляска этеп йәш әсәләргә, ваҡытлыса эшкә һәләтлелеген юғалтыусыларға ҡануниәткә ярашлы ҡаршылыҡтарһыҙ мөхит булдырыу тәҡдимдәре индерелә.

Флүр Нурлығаянов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй спорт инвалидтары союзы президенты

Өфө көндән-көн күркәмләнә, 2 йылдан беҙ уның юбилейын ҡаршылаясаҡбыҙ. ә беҙҙең ҡалабыҙ бында йәшәгән халыҡҡа һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы булырға тейеш. Айырыуса коляскаларҙа хәрәкәт итеүселәр беҙҙең ҡалаға килгәс юғалып ҡалмаҫҡа тейеш. Парковканан һуң, ҡунаҡханаға урынлашып, мәҙәни-тарихи урындарға ҡаршылыҡтарһыҙ үтергә тейеш.

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр Ҡунаҡһарай туҡталышында бордюрҙарҙың бейеклеге 5 миллиметр норманан күпкә артыҡ урыны менән 7-8 сантимаетр бейек булыуын асыҡланы. Үрге сауҙа майҙанында улар өсөн коляска мендереү өсөн уңайлыҡтар бар, әммә был офисҡа үтеү марштруты күрһәтелгән билдәләр урынлаштырылмаған.

Бында коляскалағы кеше үтеү өсөн дә ҡаршылыҡтар бар. Туҡталып ҡалмаҫ өсөн ҡул көсө талап ителә. Ошо участкала бордюрҙан күтәрелеште һөҙәгерәккә алмаштырыу тәҡдиме индерелде. Өфө буйлап инвалид коляскаларында хәрәкәтләнеүселәр теләктәре һәм тәҡдимдәре 6 сентябрҙә ивалидтарҙың хоҡуҡтары буйынса үтәсәк Башҡортостан Хөкүмәтенең координация советында ҡараласаҡ.

Гүзәл Борханова