Иртә таңдан Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Сауҙа рәттәрендәге тауарҙар ысын мәғәнәһендә уңыш байрамын хәтерләтте: йәшелсә-емеш, сәскәләр, үҫентеләр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, ҡул эштәре – ауыл хужалығы тауарҙарының йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин.
Йәрминкәлә айырыуса, балға һорау юғары булды. Майҙанға татлы ризыҡтың һәр төрлө сорты килтерелгән. Ауыл эшселәре әйтеүенсә, йәйҙең һуңғы ике айы ҡоро тороуына ҡарамаҫтан, уңыш мул булған.
Йәрминкәнең төп үҙенсәлеге тип хаҡтарҙың сағыштырмаса арзаныраҡ булыуын билдәләргә мөмкин. Хәстәрлекле баҡсасылар әле үк ҡарағат, виноград һәм башҡа башҡа үҫентеләрҙе һатып алды. Һатыусылар үҙҙәре үк уларҙы ҡарау һәм ултыртыу шарттарын ентекле аңлатып та бирә. Йәрминкәләр шәмбе һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө өскә тиклем эшләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина