Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе ике йылда Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында “Рәсәйҙә эш” бренды аҫтында заманса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре эшләй башлай. Әле ошондай ике ойошма Стәрлетамаҡта һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында бар. Бындай үҙәктә эш эҙләгән кеше йәки айырым хеҙмәткәр талап ителгән компанияға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. 2020 йылдан 800-ҙән ашыу граждан һәм 200-ҙән ашыу ойошмаға тейешле консультация бирелгән.