Башҡортостанда 58 инвестор 88 юл яны объекты төҙөй

 Бының өсөн 10 миллиард һум тотонола, тип  яҙа социаль  селтәрҙә  Премьер-министр Андрей Назаров. Уның әйтеүенсә, был тармаҡта  эшләүсе  эшҡыуарҙарға  ер биләмәһә  ҡуртымға  бирелә, һалым ташламалары  ҡаралған, 30 миллион  һумға т иклем  субсидия  алыу мөмкинлеге бар. Бөгөнгә  Башҡортостанда  149 юл  яны  объекты  төҙөлгән,  159-ы  яңыртылған.