Республикала 650 меңдән ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шул турала белдерәләр. Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты – сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм иҫкәртеү. Быйыл республикала 1 миллиондан ашыу кешенең һаулығын тикшереү ҡарала. “Һәр кем сәләмәтлегенә яуаплы булырға тейеш”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙабаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын диспансер тикшереүе үтә ала. Ауыл халҡын күсмә медицина бригадалары ҡарай.