Луганск халыҡ республикаһында хеҙмәт вахтаһында эшләүсе Башҡортостан табиптары Мелитополь районы Терпинин дөйөм белем биреү мәктәбе педагогтарын һәм уҡыусыларын ҡабул итеп, уларҙың сәләмәтлеген тикшерҙе. Хәрби бәрелештәр үткән ерҙәрҙә әле социаль инфраструктураны тергеҙеү эштәре бара. Урында табиптар юҡ кимәлендә.
Уҡытыусылар Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында эшләгән Башҡортостан табиптарының һөнәри әҙерек кимәле һәм техник мөмкинлектәре тураһында хәбәрҙар.
Утлы төбәктә хеҙмәт вахтаһын үтәгән Башҡортостан табиптары менән Луганск халыҡ республикаһына сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Контстантин Толкачев осрашты. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса аҡ халатлыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, республика парламентының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.