Мәскәүҙә Илдар Абдразаҡовтың 5-се Халыҡ-ара музыка фестивале асылды

Күләмле сара 2018 йылда старт алып, Рәсәйҙең иң тиҙ үҫешкән сәнғәт өлкәһендәге форумдарының береһенә әйләнде.

Фестивалде Башҡортостандың милли симфоник оркестры асты. Коллектив популяр ария һәм операнан дуэттарҙы, романстарҙы музыкаль яҡтан оҙатып барҙы. Дирижер пульты артында Константин Чудовский булды.

Сара географияһы йылдан-йыл киңәйә, быйыл ул илдең баш ҡалаһынан старт алып Владивосток, Сорғот, Ханты-Манси, Красноярск һәм Норильскты үтеп, Өфөлә тамамлана. Сағыу концерт программаһынан тыш, мәғариф эшмәкәрлеге лә алып барыла, ижади осрашыуҙар, асыҡ репетициялар, оҫталыҡ дәрестәре үтә. Яңы башлаусы опера йырсылары танылған артистар һәм коучтарҙан вокал һәм сәхнә сәнғәтенә өйрәнә ала.

Тыңлауҙар һөҙөмтәләре буйынса иң һәләтле солистар фестиваль сараларында ҡатнашыуға саҡырыу ала.

Быйыл фестиваль сиктәрендә ете ҡаланы үтәбеҙ. Программа ҡабатлана. Бер ҡаланан икенсеһенә күсеп, оҫталыҡ дәрестәре аша яңы тауыштар табырға, артабан йәштәрҙе концерттарҙа бергә сығыш яһарға саҡырабыҙ. Мин яҡшы аңлайым, беҙ әле булмаған театрҙарҙа һәләтле артистар, академия, консерватория уҡыусылары күп. Уларға ярҙам итеп, яңы бейеклектәргә күтәрергә кәрәк.

Илдар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы

Гөлназ Хәйбуллина