Иген культуралары уңышы дүрт миллион тоннаны ашҡан

Әлегә йомғаҡ яһарға иртәрәк, дөйөм баҫыу майҙандарының 80 проценттан ашыуы йыйылған.

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, быйылғы һөҙөмтәләр яҡшы, һауа торошо ҡулай булған.

«Гектар ҡеүәте 29 центнер тәшкил иткән. Ямғырҙар туҡтамаһа, әлбиттә, ураҡ эштәре ҡатмарлыраҡ барасаҡ, әммә беҙҙең көскә ышанам һәм аграрийҙар мөмкин тиклем барыһын да башҡарып сығыуын беләм. Барыһына ла уңыштар», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Гөлназ Хәйбуллина