Инвесторҙар Башҡортостандың юл буйы сервисын үҫтереүгә ун миллиард һум аҡса йүнәлтәсәк

88 объект төҙөлөшө планлаштырылған. Эшҡыуарҙар, шул уҡ ваҡытта нефть эшкәртеүсе эре компаниялар менән системалы эш алып барыла.

Федераль, төбәк һәм муниципаль юлдарҙағы автомобиль заправка станцияларында минимаркет, кафе һәм бәҙрәфтәр булдырыла. Шулай уҡ был комплекстар эргәһендә яңы объекттар төҙөлөшө тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.

Юл буйы сервисында эшләргә теләүселәр өсөн ер торг ойошторолмай ҡуртымға бирелә, һалым льготалары, транспорт һәм инженер инфраструктура төҙөлөшөнә утыҙ миллион һумғаса субсидиялар ҡаралған. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү буйынса концепция тормошҡа ашырыла. Эшмәкәрлек алып барыуға норматив-хоҡуҡи база тупланды, ер банкы булдырылды, дәүләт ярҙамы билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта инвесторҙар менән эште тиҙләтергә кәрәк. Сөнки республика алдында уңайлы юл буйы сервисы булдырыу буйынса юғары бурыстар ҡуйылған.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Гөлназ Хәйбуллина