Улар автоһәүәҫкәрҙәргә тимер юлының 1622-се саҡрымында , йәғни, Сафронов юлындағы хәүефһеҙлек сараларын аңлатты.
Акция ҡатнашыусылары водителдәргә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырып махсус буклеттар таратты. Әйткәндәй, был станция аша тәүлегенә 10 меңләп машина һәм 250-нә ашыу состав үтә.
Ҡыҙғанысҡа, бәхетһеҙ осраҡтар ҙа юҡ түгел. Йыл башынан ғына төбәк тимер юлында ике фажиғәле ваҡиға теркәлгән.
Азат Ғәлиуллин