Йыһан яулаусыларға арнап. Башҡортостандың йәш рәссамдары Юрий Гагарин исемендә космонавтар әҙерләү үҙәгендә күргәҙмә менән сығыш яһаясаҡ. Ижади эштәрҙә – билдәле осоусы, космонавтарҙың портреты.
Мәктәп уҡыусылары Мәскәү өлкәһендәге Йондоҙло ҡаласыҡҡа 3 октябрҙә юллана, 4-ендә экспозицияны асыу тантанаһы үтә. Сараның ойоштороусыһы – рәссам, тәжрибәле педагог Айнур Тимерғәлиев. Яҡташыбыҙ балаларҙы сәнғәт донъяһы аша йыһан менән таныштыра.
Гөлназ Хәйбуллина