Авария хәлендәге торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса 2019-2023 йылдарға иҫәпләнгән программа Башҡортостанда 214 күп фатирлы йортҡа ҡағыла.
Уларҙың 131-е дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына булышлыҡ итеү фонды ҡатнашлығында бушатыла. Адреслы программаны тормошҡа ашырыуға федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан 1 миллиард 700 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Программала республиканың 26 муниципалитеты ҡатнаша. Авария хәлендәге торлаҡтан күсенгәндә яңы йәшәү урыны бүленә, йә түләүҙәр башҡарыла.
2019-2021 йылдарҙа Башҡортостанда граждандар дөйөм алғанда 58 мең квадрат метрҙан ашыу майҙаны булған авария хәлендәге торлаҡтан күсерелде. Шулай итеп, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә билдәләнгән маҡсатлы күрһәткес 136 процентҡа башҡарылды.
Программаның йомғаҡлау этабын тормошҡа ашырғанда, ун биш мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөшө алып барыла. Контракттар буйынса төҙөлөш компаниялары йыл аҙағына тиклем граждандарға ун бер йортта 383 фатир тапшырырға тейеш.
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Фонд ярҙамында Дүртөйлө, Ҡариҙел, Мишкә райондары, Өфө, Күмертау, Яңауыл ҡалаларында күп фатирлы йорттар төҙөлөшө дауам итә. Билдәле булыуынса, был төбәктәрҙә төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуға бәйле контракттарҙы ваҡытында башҡарыу буйынса ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров адреслы программаны тормошҡа ашырыу темптарын тиҙләтергә һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына булышлыҡ итеү фондына 2017 йылдың ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса республикаға финанс ярҙам күрһәтеүгә яңы заявка ебәрергә ҡушты.
Гөлназ Хәйбуллина