Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәр утлы төбәктә эшләгән Башҡортостан табиптарын шулай тип атай. Медицина фронтының алғы һыҙығында яуаплы бурысын башҡарған яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.
Махсус хәрби операция барыуғы ҡарамаҫтан тормош дауам итә. Красный луч ҡалаһы перинаталь үҙәгендә көндә яңы бер кеше донъяға ауаз һала. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн табип-неонатолог Лена Мөхөтдинова көрәшә. Ул йүнәлеше буйынса Красный Луч ҡалаһында һирәк белгестәрҙән иҫәпләнә. Башҡортостан табибы хеҙмәт вахтаһын башлау менән 8 йыл дауамында ялһыҙ эшләгән коллегаһы йыллыҡ ялын алған. Красный Луч сабыйҙары әле Лена Мөхөтдинова ҡарамағында.
«Известия» исемендәге дауаханала Совет осоронда урындағы шахтерҙар дауаланған. Медицина учреждениеһы Красный Луч ҡалаһындағы иң ҙур стационар. Бинаға СССР тарҡалғандан бирле бөтөнләй ремонт яһалмаған. Дауахана Украинала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә дәүләт иғтибарының асыҡ сағылышы.
Шарттар еңелдән түгел. Ауыр хәлдә стационарға эләккән пациенттарҙы реаниматолог-анестезиолог Юлиә Благодетелева ҡарай. Уның тәжрибәһе ҙур. Пандемия осоронда Стәрлетамаҡтағы ковид госпиталдә эшләгән. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға күнеккән табип, Луганск халыҡ республикаһындағы хеҙмәт вахтаһын гражданлыҡ бурысы, тип иҫәпләй.
Шәфҡәт туташы Зөлфиә Булатованың медицинала дөйөм стажы – 46 йыл. Әле ул Красный луч ҡалаһы поликлиникаһында табипҡа күренергә килгән пациенттарға кардиограмма тикшереүен үткәрә. Луганск Халыҡ республикаһына сәфәрен медицина хеҙмәткәре ғүмер юлдағы төп миссияһы тип атай.
Миссия ысынлап та изге. Донбасс ерендә диспансер тикшереүе күптән ят төшөнсәгә әйләнгән. Түләүһеҙ медицинаны күрмәгән тотош бер нәҫел үҫеп сыҡҡан. Республика кардиология диспансерының табип кардиологы Рафаил Ҡотдосовҡа көнөнә уртаса 70-кә яҡын пациент мөрәжәғәт итә.
Барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ваҡытында эшкәртеү, ауырыуҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү өсөн заманса техника ярҙам итә. Поликлиникаға килеүселәр ЭКГ, ЭХО, кардиограмма, узи, рентген тикшереүе үтә ала. Коридорҙарҙа сират юҡ тиерлек. Анализ һөҙөмтәләре тиҙ арала әҙер була. Ләйсән Вәлиева Красный Луч ҡалаһы балалар поликлиникаһындағы хеҙмәт вахтаһының икесе мөҙҙәтен тамамлай. Медицина технологы экспресс ҡан анализдары эшләй.
Красный Луч ҡалаһында бигерәк тә балаларҙы дауалауға махсуслашҡан табиптарға ихтияж ҙур булған. Кескәй пациенттар аҡ халатлыларҙа күҙәтелмәгән. Шуға Башҡортостанға хас булмаған хроник ауырыуҙар күп, ти табиптар. Әле хәл әкренләп төҙәлә бара. Балалар иҫәпкә баҫа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе заманса эш алымдарына күсә. Красный луч ҡалаһында Башҡортостан табиптарының дүртенсе хеҙмәт вахтаһы тамамлана.
Урындағы халыҡ Башҡортостан табиптарын аҡ халатлы фәрештәләр тип атай. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара.
Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптарының дүртенсе хеҙмәт вахтаһы аҙағына яҡынлаша. Уларға алмашҡа республика яңы медицина десанты әҙерләй. Украина агрессияһына ҡаршы торған Донбасс халҡы яңғыҙ түгел.
Рафиҡ Әхмәтшин