Тулы метражлы картина беренсе тапҡыр Өфөнөң «Родина» кинотеатрында күрһәтелер тип көтөлә.
Режиссер Рауил Хәкимов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Флорид Бүләковтың пьесаһы нигеҙендә ижад иткән. Фильм театр һәм кино сәнғәте ветерандары Рим Әминев, Гөлшат Зыязетдинова, Венера Хәсәнова, Гөлнур Йәнбирҙина кеүек Башҡортостандың халыҡ артистары ҡатнашлығында төшөрөлгән.
Картина ике сәғәт дауамында бара. Комедия жанрында төшөрөлгән драма әҫәре трейлеры менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән дә инде. Премьера 8 сентябргә билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин