Башҡортостанда быйыл 400-гә яҡын кеше ауыл ипотекаһын юллаған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа 1 миллиард һумға торлаҡ кредиты бирелгән. Былтыр беҙҙең республика ауыл ипотекаһы тапшырыу буйынса илдә беренсе урында булған. Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында халыҡ программа менән әүҙем файҙалана. Ауыл ипотекаһы 2020 йылдан ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә республикала Россельхозбанк аша 8,5 миллиард һумға льготалы торлаҡ кредиты бирелгән.