Республика Хөкүмәтендә субсидия биреү тәртибе ҡаралды. Аҡса малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ, техника һатып алыу, тоҡомсолоҡ, страховкалау өсөн бирелә. Беҙҙең республика малсылыҡ тауары етештереү һәм тоҡомсолоҡ буйынса илдә алдынғы урындарҙа килә. Агропаркты яңыртыуға ла иғтибар арта. Быйыл 8 айҙа 7 миллиард 300 миллион һумға 2 меңдән ашыу берәмек техника һатып алынған.