Унда тау сәнәғәте өсөн кәрәк-яраҡтар, ҡоролмалар етештерелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, көнбайыш компаниялары ҡалдырған йүнәлештәрҙе үҙебеҙгә алырға кәрәк. Быйыл "Юрал Минералс" компанияһының табышы 1,7 тапҡырға артыуы мөмкин. Етештереүҙе арттырыу өсөн яңы биләмәләр алырға планлаштырыла. Радий Хәбиров ҡала хакимиәтенә ер участкаһын алыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.