Башҡортостанда баҡсасыларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Был тема хөкүмәт ултырышында ҡаралды. Вице-премьер-Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә энергия биреү инфраструктураһын яңыртыу өсөн субсидия ҡаралған. Йыл һайын  10-15 баҡсаға ярҙам итеү мөмкинлеге була. Бының өсөн  50 миллион  һум бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров  был башланғысҡа  хуплау  белдерҙе.