Бөгөн Якутск ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса супер матч үтә

7 тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ғәмәлдәге донъя чемпионы Матрена Ноговицына менән осраша. Уйын Шашка буйынса Бөтә Рәсәй ярышы барышында була. Турнир илдең атҡаҙанған тренеры Николай Кычкин иҫтәлегенә арнала. “Мач ҡатмарлы буласаҡ”, - ти Тамара Танһыҡҡужина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Матч барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм “Саха” телекомпанияһы тура эфирҙа күрһәтә. Өфөлә трансляция көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.