Илдә “Халыҡ участковыйы” Бөтә Рәсәй конкурсы башланды

Һөнәри ярыш полиция хеҙмәткәрҙәренең абруйын артырыу, участковыйҙарҙың эшен танытыу маҡсатында үткәрелә. Конкурс өс этапта ойошторола. Бәйгенең беренсе өлөшөндә урындағы эске эштәр бүлектәре сайтында участка хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыла. Районда беренсе урын алыусылар республика этабына сыға. Унда иң күп тауыш йыйған полиция хеҙмәткәре Башҡортостан данын федераль ярышта яҡлай.