Был хаҡта бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә әйтелде.
Радий Хәбиров кисә халыҡтың иртән баш ҡалаға ингәндә сәғәт ярымлыҡ тығында ултырыуының сәбәбен һораны һәм был тәңгәлдә контроль булдырырға ҡушты.
Башҡортостан башлығы төҙөүсе компанияларға ер биреү вәкәләтен үҙгәртеү кәрәклеген әйтте. Баш ҡалала А-кафе урынында барған төҙөлөштәге проблемалар буйынса һорауҙар ҡуҙғатылды. Шулай уҡ алданған өлөшсөләр темаһына доклад булды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Тиҫтәләрсә йылдар барған проблемаға алдағы йыл ярым эсендә нөктә ҡуйыу бурысы тора. Президент ҡушыуы буйынса 2023 йылдың 31 декабрендә илдә бер генә лә алданған өлөшсө ҡалмаҫҡа тейеш. Башҡортостанда әле улар 3600. Уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса фонд һәм унан тыш саралар эшләй. Проблемалы 80 объект бар.
Алданған өлөшсөләрҙең хатта ҡыҙыл линиялағы йорттарҙа, Өфө үҙәгендәге төҙөлөштә булыуы башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөшкә ер биреү вәкәләтен ул хөкүмәт иңенә күсереү кәрәклеген билдәләне.
Баш ҡаланың Октябрь проспектында һүтелгән А-кафе урынында күп ҡатлы ике йорт төҙөлөшө күп һорауҙар тыуҙыра, тиелде оператив кәңәшмәлә. Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттар һалыныуға, төҙөүсе компанияның быға нисек рөхсәт алыуына асыҡлыҡ индерергә ҡушты.
Ураҡ аҙағына яҡынлаша. Республика буйынса гектар ҡеүәте 29,2 центнер тәшкил итә. Күпселек райондар арпа, һоло культураларын урып алып әле ҡарабойҙай уңышын йыйыуға төшкән. Дәүләкән һәм Әлшәй райондары хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙа башлаған.
Башҡортостан ҡалаларында ландшафт дизайны буйынса берҙәм стандарт булдырыласаҡ. Радий Фәрит улы ведомстволар вәкилдәренән торған төркөм булдырырға ҡушты. Был эште ул Алан Марзаевҡа йөкмәтте.
Комиссия ҡалаларға сығып булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, төҙөкләндереү, матурлау эше менән шөғөлләнәсәк. Был Яңауылдан башҡа республикалағы бөтә ҡалаларға ҡағыла. Республика башлығы Яңауылдың ҡала хакимиәте башлығына иһә был йүнәлештә яҡшы башҡарылған эше өсөн рәхмәт әйтте.
Рәмилә Исмәғилева