Азат Бадранов эш сәфәре менән Архангел районында булды

Оҙондар ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған осрашыуҙа ул урындағы халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Оҙондар ауылы мәҙәниәт йортонда ауылдың киләсәге өсөн борсолған әүҙем кешеләр йыйылған. Һорауҙар, хәл ителәһе мәсьәләләр бөтәһе лә халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға ҡайтып ҡала. Көн ҡаҙағындағы иң беренсе һорау ФАП-та медицина кадры ҡытлығын хәл итеү.

Осрашыуҙа шулай уҡ уҡыусыларға мәктәп машинаһы паркын яңыртыу, тауҙар солғанышындағы мөхитттә юғары үткәреүсәнле сүсле интернет бәйләнеше, янғын һундереү техникаһын бүлеү, маршрут автобустарын йөрөшөн көйләү, район үҙәгенән Оҙондарға тиклем 8 саҡрым юлды тәртипкә килтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләлёр ҡаралды. Ә көн ҡаҙағында торғаны газ, юл, һәм Инйәр йылғаһы ярын төҙөкләндереү.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашыуҙа ауыл халкын борсоған тиҫтәнән ашыу мәсьәлә ҡаралып, протоколға индерелде. Аҙ тәьмин ителгән өс ғаиләгә мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм кейем-һалым алыу өсөн сертификаттар бирелде.

Осрашыу иҫтәлеге итеп, мәҙәниәт йортона Башҡортостан ауылдарының тулы энциклопедияһы тапшырылды. Власть вәкилдәре менән осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры ауыл кешеләренең Оҙондарҙа шишмә тергеҙеү мәсьәләһен эшкә алды. Был маҡсатта йөҙ мең һум аҡса бүленәсәк.

Юлдар төҙөкләндереүгә килгәндә, ауылда яңы эш урындары булған предприятиелар асыу төп шарт. Спортсыларға ярыштарға йөрөүгә – саңғылар, мәҙәниәт өлкәһе өсөн милли кейемдәр тектереү, музыка ҡоралдары бүлеү, 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙарына мемориал асып, фәнни-ғәмәли конференция үткәреү. Һуңғы ижтимағи-сәйәси сара Оҙондар ауылы үҫешенә яңы һулыш бирер тип күҙаллана.

Артабан һөйләшеү Инйәр йылғаһы ярында дауам итте. Инйәр йылғаһы ташып ауыл зыяратын йыуа һәм ауыл биләмәләрен һыу баҫа. Халыҡ бер төптән Инйәр йылғаһының элекке юлын ҡайтарыуҙы һорай .

Инйәр йылғаһы ағышын үҙгәрткән дамба 2018 йылда махсус проект буйынса төҙөлгән. Әммә был проект үҙен аҡламаған. Сөнки унда тәбиғәт ғәрәсәттәре менән күҙгә-күҙ осрашыусыларҙың тәҡдимдәре, күҙәтеүҙәре иҫәпкә алынмаған. Инйәр ярын төҙөкләндереү буйынса икенсе этап проектын ҡарау мәсьәләһен хәл итеүгә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙалынуы һәм экология министры аңлатмаһы:

Район муниципалететы тарафынан яңы проект документацияһы эшләнеләсәк, Инйәр йылғаһы ярында дамба төҙөүҙең икенсе этабын беҙ «Экология» милли проекты сиктәрендә федераль сығымдарға башҡарасаҡбыҙ.

Нияз Фазылов, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры

Инйәр йылғаһы ярында халыҡ менән осрашыуҙа әлеге ваҡытта ҡулланылған дамба һәм ауыл эргәһенән тергеҙеләсәге лә һыу баҫыуҙы, һаҙлыҡ таратыуҙы иҫкәртеү маҡсатында тулы ҡеүәтендә ҡулланыласаҡ, тигән ҡарар ҡабул ителде..

Өфөнән Оҙондар ауылы 114 саҡрым алыҫлыҡта ята. Төпкөл ауылда 430 кеше ғүмер итә. Халыҡты борсоған социаль-ижтимағи, мәҙәни һәм экологик мәсьәләләр Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашыуҙа ҡәләмгә алынды һәм уларҙы хәл итеү юлдары барланды.

Гүзәл Борханова