Башҡортостандың Милли симфоник оркестры Мәскәү филармонияһында сығыш яһаны

Башҡортостан Милли симфоник оркестры 101-се ижад миҙгелен Мәскәү филармонияһында Денис Мацуев менән бергә асты. Бөтә донъяға билдәле виртуоз-пианист быға тиклем Өфөлә лә ижади коллектив менән сығыш яһаған булған.

Артист шул саҡта уҡ Башҡортостан оркестрының юғары профессионаллеген билдәләгән. Илдең иң ҙур концерт залдарының береһендә Сергей Прокофьев, Николай Римский-Корсаков һәм Александр Бородин кеүек билдәле рус композиторҙарының әҫәрҙәре башҡарылды. Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән Башҡортостан Милли симфоник оркестры артабан да хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Башҡортостан оркестры менән үҙемде оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән кеүек хис иттем. Минең темпты, башҡарыу алымын шунда уҡ тойҙолар. Шуға ла концерт та бер тында үтеп, сығыштарҙың көслө алҡыштарға күмелеүе ижади коллектив өсөн оло баһа.

Денис Мацуев, Рәсәйҙең халыҡ артисы

Азат Ғәлиуллин