Проект маҡсаттарына ярашлы, төбәктә булдырылған махсус команда ярҙамында социаль хеҙмәттәр халыҡҡа тиҙерәк һәм сифатлыраҡ еткерелергә тейеш.
Төбәк сервис вәкиле һәм уның командаһы эксперттар менән берлектә социаль проекттар һәм хеҙмәттәр өҫтөндә эшләү, профилле ведомстволар башланғыстарын халыҡ араһында таратыу, власть дәүләт органдары һәм социаль ойошмалар араһында бәйләнеште нығытыу менән шөғөлләнәсәк. Республикабыҙҙа был вазифа Руслан Ҡазыхановҡа тапшырылды.
Пилот проект Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола. Эшлекле сәфәре сиктәрендә Агентлыҡ директоры кәңәшсеһе Ольга Линник Өфөләге «Ритм» көндөҙгө мәшғүллек үҙәгендә булды. Ойошма аҡыл етешһеҙлеге менән яфаланған кешеләргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Бында тәрбиәләнеүселәр төрлө кәсеп үҙләштереп, оло тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләнә.Ошондай үҙәктәр тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙә лә таратыу мөһим, тине белгес.
Рәзилә Ғиниәтуллина