Башҡортостанда 140 ойошма милли проектта ҡатнаша

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сәнәғәт тармағында һаҡсыл ҡулланыу алымы төбәктә 2017 йылдан ғәмәлдә. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса ҡуйылған план арттырып үтәлеп килә. Әйткәндәй, һаҡсыл ҡулланыу алымы индерелгән компаниялар федераль конкурста ҡатнаша ала. Уның барышында етештереүҙә иң яҡшы тәҡдимдәр ҡабул ителә. Заявканы 20 сентябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Форум октябрҙә Сочиҙа ойошторола.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57200