Бүздәктә Милли кейем көнөнә арналған байрам уҙҙы

Республикала Милли кейем көнөнә арналған саралар башланды. Бөгөн Бүздәктә төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында парад ойошторолдо. Сағыу тамаша ваҡытында халыҡ өсөн милли уйындар һәм күңел асыу саралары  үткәрелде. Район мәҙәниәт һарайы етәксеһе Илсур Ғилфанов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы Милли кейем көнө йыл һайын сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Район һәм ҡалаларҙа байрам саралары 7-10 сентябрҙә уҙғарыла.