Азат Бадранов ковидҡа ҡаршы вакцина ҡаҙатты

Коронавирус йоҡтороусылар һаны республикала бер көн эсендә 472-гә еткән. Стационар шарттарҙа 200-ҙән ашыу кеше дауаланһа, 15 пациент ауыр хәлдә. Төбәктә йәшәүселәр хәүефле сирҙән һаҡланыу өсөн иммунизация үтә. Бөгөн йәмғеһе 830-ҙан ашыу кеше өҫтәмә вакцина һалдыртҡан.

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары ла ревакцинация эшләтеүҙән ситтә ҡалманы. Азат Бадранов ковидтан тыш, киҫкен респираторлы вируслы инфекцияға ҡаршы прививка ла ҡаҙатты.

Азат Ғәлиуллин