Өфөлә «Сәләмәт киләсәк» проектының йәмәғәт советы киңәйтелгән ултырышҡа йыйылды

Сара Республика балалар клиник дауаханаһында үтте.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының проекты сифатлы ярҙам күрһәтеү, медицина өлкәһендә тыуған мәсьәләләрҙе дәүләт кимәлендә хәл итеү менән шөғөлләнә.

«Сәләмәт киләсәк» проекты нигеҙендә «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары тормошҡа ашырыла. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

«Сәләмәт киләсәк» проектының йәмәғәт советы ултырышы өсөн Республика балалар клиник дауаханаһы юҡҡа ғына һайланмаған. Бында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Сәләмәт киләсәк» программаһы буйынса ярайһы уҡ эш башҡарылған. Атап әйткәндә, 2018-2019 йылдарҙа дауахананың хирургия корпусы реконструкциялана. Әле дауахана биләмәһендә 92 урынға иҫәпләнгән балалар өсөн онко-гемотологик үҙәк төҙөлә.

Әле дауаханала онко-гемотологик бүлек кенә эшләп килә, яңы үҙәк асылыу менән күберәк балаларға ярҙам итә аласаҡбыҙ. Ул ғына ла түгел, үҙебеҙҙә електе күсереп ултыртыу буйынса операциялар эшләү мөмкинлеге тыуасаҡ. Бындай әмәлиәт республикала бер ҡайҙа ла эшләнмәй, шуға күрә сирле балалар федераль үҙәктәргә ебәрелә.

Рөстәм Әхмәтшин, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты

Балалар белгестәре әҙерләү һорауы ла көнүҙәк. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының Педиатрия факультетына 555 студент ҡабул ителгән. Уларҙың 338-е дәүләт иҫәбенә, 191 студент йүнәлеш буйынса һәм 26-һы түләүле нигеҙҙә белем алсаҡ. Белгестәрҙе әҙерләү менән бер рәттән табиптарҙың квалификацияһын күтәреү ҙә «Сәләмәт киләсәк» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Ултырышта абитуриенттарҙы мәктәп йылдарынан уҡ табип һөнәре менән яҡындан таныштырыу маҡсатында медицина кластарын булдырыу, юғары уҡыу йортона инеү өсөн медицина учреждениеһынан йүнәлеш алыу юлдарын көйләү кеүек һорауҙар ҙа күтәрелде. Мәсьәләләрҙең хәл ителеүен «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт киләсәк» проекты контролдә тотасаҡ. 

Милли проекттың эшмәкәрлеген баһалағанда балалар үлеме иҫәбенә иғтибар ителә. Ул 2019 йылдан алып кәмеүен дауам итә. Был күрһәткес тотош медицина ярҙамын күрһәтеү тармағына баһа. Шуға күрә йәмәғәт советы ултырышында артабан да комплекслы эш алып барыу маҡсатында яңы бурыстар билдәләнде.

Әлфинә Килдейәрова