Дүрт йыл буйына фатир асҡыстарын көтөүселәр йыл аҙағына өй туйлаясаҡ

Өфөнөң Октябрь районында Энтузиастар һәм Урман техникумы урамдары киҫелешендә торлаҡ һатып алыусы иғәнәселәр буласаҡ фатирҙарҙа ремонт эштәренең аҙағына етеүен үҙҙәре үк шаһит.

Төҙөлөш Башҡортостан Хөкүмәте һәм Биләмәләрҙе үҫтереү йәмәғәт-хоҡуҡи компанияһы ярҙамы менән яйға һалынған. Төҙөлөш эштәре үтәлеше хаҡында киләһе яҙмала. 

Константин Лазаревҡа ҙур ғаиләһе менән был йортҡа күсенеүҙе дүрт йыл буйы көтөргә тура килгән. Өлкән ҡыҙы был районда мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға барырға йыйынған. Әммә был планды ғаиләгә тормошҡа ашырырға насип булмай. Фатир асҡыстарын көткән арала ғаиләлә бер-бер артлы ике бала тыуа. 2018 йылдан алып ишле ғаилә ата-әсәләре менән бергә йәшәргә мәжбүр булған.

Атай-әсәйем икеһе лә оло. Ҡыҙымды ошо районда уҡырға барыр, тип уйлай инек. Унан бер-артлы ике балабыҙ донъяға килде. Ғаиләбеҙ менән тиҙерәк уңайлы фатирға күсергә, тип көтәбеҙ.

Константин Лазарев, иғәнәсе

 Йорттарҙы төҙөүсе «Самострой» подрядсы ойошмалар алдында миллиондарса һумлыҡ бурыстары булыу арҡаһында банкрот тип таныла. Бер-нисә йыл дауамында был йорттарҙа төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Ике бинаны республика иғәнәселәреен яҡлау фондына күсергәндән һуң ғына эш яйға һалына. Яңы төҙөүсегә еңелдән булмай. Тулыһынса штукатурларҙы, тәҙрәләрҙе алмаштырырға тура килә.

Йорттарҙың береһендә обойҙар йәбештерелә, ишектәр ҡуйыла. Төҙөүселәр буласаҡ хужалар бөтә нәмә әҙер фатирҙарға күсһен өсөн тырыша, көндәр һыуытҡансы тышҡы эштәрҙе лә теүәлләргә ниәтләй.

Өфөнөң Октябрь районында төҙөлөүсе йорттар алдында иртәнге  туғыҙҙан киске һигеҙгә тиклем төҙөлөш бара. Төҙөүселәрҙең маҡсаты – дүрт йыл дауамында фатир асҡыстарын көтөүсе халыҡты сифатлы һәм уңайлы торлаҡ менән ҡыуандырыу.

Намыҫһыҙ төҙөүсе арҡаһында 320 иғәнәсе был төҙөлөш тамаланыуын 4 йыл буйына көтәргә мәжбүр булған. Энтузиастар һәм Урман техникумы урамы киҫелешендә урынлашҡан йорттарҙа әлеге ваҡытта эске биҙәү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Йорт биләмәләре төҙөкләндерелә, парковкалар төҙөлә, тротуарҙар ҡорола. Обьект 2022 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова