Республикала ипотекаға заявка биреүселәр һаны йыл башындағы кимәлгә ҡайтты

Әммә хупланған ипотека эсендә льготалы кредит өлөшө кәмеүе күҙәтелә. Был турала Өфөлә «Күсемһеҙ милек баҙары» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә һүҙ барҙы.

Рәсәй банкы бүлексәһе – Башҡортостан буйынса Милли банк етәкселеге әйтеүенсә, март-апрель айҙарында ипотека алыусылар кәмеүе күҙһәтелһә, йәйгеһен эш ҡайтанан йәнләнгән. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала июлдә 3 мең ярым самаһы ипотека кредиты рәсмиләштерелгән.

Бөгөн беҙҙә ипотека, торлаҡ төҙөлөшө буйынса эштәр тотороҡло ҡала. Шул уҡ ваҡытта ипотекаға заявкаларҙың йыл башынан 40 процентҡа тиклем кәмеүе күҙәтелә. Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы киләһе йылдарҙа көтөлгән яңы программалар тураһында хәбәр итте. Әлегә улар хупланмаған, шулай ҙа тармаҡ үҫешенә бәйле ыңғай үҙгәрештәр булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Егор Родин, Башҡортостандың архитектура һәм төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы

Азат Ғәлиуллин