Сара Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылына арналды.
Шуға ла байрамда тотош ғаиләләр менән ҡатнашыу шарт ине. Улар быуындан-быуынға тапшырыла килгән умартасылыҡ кәсебен стенд-күргәҙмә аша һөйләп, үҙҙәре етештергән бал продукцияларын тәҡдим итте. Фестиваль сиктәрендәумартасылар өсөн тәүгә мәғариф майҙансығы ойошторолдо.
Ауыл хужалығы белгестәре сарала ҡатнашыусылар менән бергә тармаҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университетында бүленгән 45 бюджет урынына тик биш кеше килгән. Ә төбәктә умартасылыҡты үҫтерергә мөмкинлектәр ҙур.
Азат Ғәлиуллин