Өфө мебель етештереү компанияһы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортона яңы өҫтәлдәр бүләк итте

Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар тәрбиәләнә. Эшҡыуарҙар үҙәккә 10 яҙыу өҫтәле тапшырҙы. Улар уҡыу кластарына ҡуйылған да инде.

Үҙәк вәкилдәре әйтеүенсә, хәйриә ярҙамы ойошманың матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Мебель фабрикаһы етәкселәре хәйриә эшен артабан да дауам итергә теләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина