Кандидаттарҙың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге эштәре Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткән комиссия ултырышында ҡаралды.
Конкурсҡа йәмғеһе ике тиҫтәләп эш ҡабул ителгән. Улар араһында өс ижади коллектив та бар. Һәр ҡайһыһы бөгөндән йәмәғәт иғтибарына тәҡдим ителеп, Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла барасаҡ. Уның һуңында лауреаттар исемлеге 26 сентябрҙә билдәле булыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин