Бөгөн Ауырғазы районында “Баҫыу көнө” үтә. Семинар соя һәм кукуруз культураларына арнала. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Кубань”, “Соко” компанияларынан соя һәм кукуруз гибридтарының яңы сорттары менән таныша, был культураларҙы эшкәртеүгә бәйле оҫталыҡ майҙандарында була. «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.