Еңеү юлы... Әле Петровское ҡалаһын Красный Луч һәм Луганск ҡалалары менән тоташтырған Ивановка-Петровское юлына яңы асфальт ҡатламы түшәлә.
Утлы төбәктә республика юлсыларынан торған 35 кешелек төркөм эшләй. Улар шулай уҡ Красный Луч ҡалаһы урамдарын төҙөкләндерә, соҡорҙарҙы ямай һәм республиканан килтерелгән асфальт-бетон заводында эшләй. Хеҙмәт фронтында еңеүҙе яҡынайтҡан Башҡортостан юлсылары менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.
Ҡеүәтле каток яңы асфальт ҡатламын тығыҙлай. Яҡынса 6 саҡырымға һуҙылған Петровское-Ивановка трассаһында ул бынан ярты быуат самаһы элек түшәлгән. Асфальты онталып ҡырсынташы туҙан хәленә ҡалған Донбасс юлын төҙөкләндереү Башҡортостан юлсылары иңендә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Луганск халыҡ республикаһында өсөнсө ай. Беренсе вахталағы Прохор ғына сафта түгел.
6-сы тиҫтәһен ваҡлаған Иршат Зинәтуллин Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Ҡораллы көстәр сафына баҫырға теләк белдергән. Әммә йәш сикләүе буйынса хәрби комиссияны үтә алмаған. Үҙен ул хеҙмәт фронтында тапҡан.
Борай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы водителе Рөстәм Исламов май айынан бирле Донбасс юлдарының туҙанын һулай. Башҡортостадан килтерелгән КАМАЗ автомобилендә төҙөкләндерелгән юл участкаларына асфальт ташый. Петровское ҡалаһында Рөстәм туғандарын да тапҡан. Утлы төбәктәге халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә өлөш индергәне өсөн ул ихлас күңелдән шат.
Юлсыларҙың ҡайһы берҙәре 112-се башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының ейәндәре. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны тамған төбәктә еңеүҙе яҡынайтыуға форсат булыуы сәмләнеп эшләргә дәрт өҫтәй, ти улар. Уҙған быуаттың 70 йылдарынан яңы асфальт күрмәгән Петровское халҡы Башҡортостанға сикһеҙ рәхмәтен йәшермәй.
Башҡортостан юлсыларына тотҡарлыҡһыҙ юл төҙөлөшөн алып барыуға республиканан килтерелгән асфальт-бетон заводы мөмкинлек бирә. Әле тәүлегенә ул уртаса 300 тонна самаһы битум- ҡырсынташ ҡатнашмаһын сығара.
«Башкиравтодор» йәмғиәтенең асфальт-бетон заводы тәүге продукцияһын 7 июнгә ҡарай төнгә бирә. Ул тулыһынса автоном рәүештә эшләй. Битум Ростов өлкәһенән алынһа, ҡырсынташ урындағы етештереүселәрҙән тәьмин ителә.
Заводтың эшләүе Красный Луч ҡалаһы урамдарын төҙөкләндерергә һәм соҡор ремонтын тиҙ арала башҡарырға мөмкинлек биргән. 2014 йылғы ваҡиғалаҙан һуң ямалмаған юлдар, транспорт хәрәкәтенә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған. Әле Башҡортостан юлсыларының тынғыһыҙ хеҙмәте Луганск халыҡ республикаһына еңеү һәм тыныс тормошто яҡынайта.
Луганск халыҡ республикаһында Башҡортостан юлсылары иңенә төшкән бурысын намыҫ менән башҡара. План буйынса билдәләнгән юл ремонты һәм төҙөлөш күләме ваҡытында үтәлә. Иң мөһиме: уларҙың хеҙмәт емеше урындағы халыҡты ҡыуандыра.
Рафиҡ Әхмәтшин