Башҡортостанда үҙенсәлекле ҡомартҡы табылған

ББашҡортостанда үҙенсәлекле ҡомартҡыға юллыҡҡандар. Өфө янындағы Князев ауылы кисеүендә мөгөҙморондың баш һөйәген тапҡандар. Был хайуан бынан 8 мең йыл самаһы йәшәгән. Артефактты Башҡортостандың милли музейына тапшыралар. Яңыраҡ Өфөлә, Ағиҙел йылғаһында мамонттың аҙау теше менән бизон һөйәктәре табылған ине.