“Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы еңеүселәре асыҡланды.

“Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынанда комиссия ултырышы уҙҙы. Унда 29 ғаилә араһынан өс еңеүсе һәм алты призер һайлап алынды. Уларҙың исеме Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта иғлан ителә. “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” конкурсы Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы ойошторолдо. 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.