Әлегә сикләүҙәр индерелмәй. Ревакцинация темптарына килгәндә, Башҡортостан ил буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә.
Был турала бөгөн Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Сәләмәтлек сәғәте»ндә билдәләнде. 837 меңгә яҡын кеше коронавирусҡа ҡаршы яңынан прививка ҡаҙатҡан. План 58,6 процентҡа үтәлгән. Учалы, Әлшәй, Саҡмағаш, Ейәнсура райондары юғары күрһәткестәргә ирешкән. Айырым муниципалитеттарға – Иглин, Туймазы, Мишкә, Йылайыр, Дыуан райондарында, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Межгорье ҡалаларында ревакцинация буйынса темпты тиҙләтеү бурысы ҡуйылды.
Башҡортостанда киҙеүгә ҡаршы вакцинация ла дауам итә. Медицина учреждениеларына 777 меңдән ашыу доза бүлеп таратылғайны. Әлегә 242 меңгә яҡын кеше прививка ҡаҙатҡан. Тәү сиратта, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, бәлиғ булмағандар, 60 йәштән өлкәнерәк граждандар һәм хроник сирлеләр иммунитетын нығыта.
Табип рөхсәте менән бер көндә грипҡа һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтергә була. «Сәләмәтлек сәғәте»ндә мәғариф учреждениеларында тормошҡа ашырылған «Ҡанатлан» проекты ла ҡаралды. «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә 68 мәктәптә стоматология кабинеты ойошторолған. Киләһе йыл махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған белем усаҡтары һаны 110-ға етәсәк
Гөлназ Хәйбуллина