Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы бөгөн юбилейын билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән тантанала һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштар барланды, хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы күп профилле дауалау сараларын алып барған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Ковид коллектив алдына етди һынауҙар ҡуя. Донъяға саҡ ауаз һалған сабыйҙарҙа заман инфекцияһы табыла. Йәш ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн дауаханала махсус бүлек булдырыла. Дүрт интенсив терапия палатаһында тәүлек әйләнәһенә тиерлек көсөргәнешле эш алып барыла.
Күп профилле стационарҙа төрлө патологиялы сабыйҙар реабилитация һәм абилитация үтә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте йыл һайын тиерлек ил кимәлендә юғары баһалана. 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы, ғөмүмән, 65 йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда Өфөнөң генә түгел, республика балаларының да дауаланыу үҙәгенә әйләнде.
Дауахананың кадрҙар мәсьәләһе лә бик үк киҫкен тормай. Бөгөн бары тик реаниматолог һәм нейрохирург кеүек белгестәр талап ителә. Табиптарҙың уртаса йәше 45-50 йәштә. Тәжрибә туплау маҡсатында практика үтеп, эшкә ҡалыусылар ҙа бик күп. Һуңғы йылдарҙа мәҫәлән, дауаханаға йәш белгестәр күпләп килгән.
Юбилей уңайынан дауахананың төрлө бүлек хеҙмәткәрҙәре Республика башлығы, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бөгөнгө матур датаны ҡаршы алыуҙа учреждение башында торған медицина ветерандарының өлөшө бик ҙур. Уларҙы тантанала аяғүрә баҫып алҡышланылар.
Азат Ғәлиуллин