Башҡортостанда юл буйы сервисын булдырыу һәм уларҙың сифатын арттырыу саралары дауам итә

Был йүнәлештә тормошҡа ашырылған программа сиктәрендә инвесторҙарға сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла, башҡа льготалар ҙа ҡаралған.

Әлеге ваҡытта республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 80-дән ашыу юл буйы сервисы объекттарын төҙөү менән мәшғүл. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Әлеге ваҡытта бында биналар юҡ. Ҡеүәтле техника тупраҡ ташый, ер тигеҙләнә. Коммуникация соҡорҙары ҡаҙыла. Буласаҡ биналар майҙаны билдәләнгән, нигеҙ өсөн траншеялар ҡаҙылған.

Бер йыл эсендә бында майҙанда заманса кафе, 40 номерға иҫәпләнгән ҡунаҡхана, заправка, тәгәрмәстәрҙе ремонтлау үҙәге, хатта балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Оҙаҡламай күрше участкала ла төҙөү эштәре башланыр, тип көтөлә. Бындағы заправка газ яғыулығын файҙаланыусы транспорттарҙы хеҙмәтләндерәсәк.

Беҙҙә юл буйы сервисына ихтыяж ҙур. Әлеге ваҡытта районда 6 заманса объект төҙөлә. М-5 «Урал» трассаһынан тәүлегенә 15 мең автомобиль үтә. Был юлдан ҙур ҡалаларҙан туристар йөрөй. Уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн сифатлы сервис ойоштороу бик мөһим.

Артур Иҙрисов, Иглин районы бизнес-шерифы

Бында ҡунаҡтарҙы яғымлы хеҙмәтләндереүҙән тыш, өйҙәгесә бешерелгән ашамлыҡтар йәлеп итә. Оҙайлы юлдан һуң ялға туҡтаған водителдәр өсөн был иң мөһиме. Менюҙа милли ризыҡтар, хатта, бишбармаҡ бар. «Башҡортостан» кафеһы 15 урынға иҫәпләнгән. Бында ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе, инвалидтар өсөн айырым бәҙрәф эшләй.

Кафе ярты йылдан күберәк эшләй. Көнөнә 150-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Киләсәктә ошондай кафе селтәрҙәрен булдырырға планлаштырбыҙ. Был өҫтәмә эш урындары ла булдырасаҡ.

Эльвира Барыева, «Башҡортостан» юл буйы кафеһы директоры

М-5 «Урал» федераль трассаһында урынлашҡан был объект - республикала тәүге модулле юл буйы кафеһы. Капиталь төҙөлөштән айырмалы, объект ҡыҫҡа ваҡытта булдырыла, бынан тыш, ул мобиль, йәғни уны һүтеп күсерергә мөмкин. Бер нисә айҙан ошондай уҡ модулле кафе Бөрө трассаһында барлыҡҡа килер, тип көтөлә.

Программала ҡатнашыусы инвесторҙар өсөн айырым льготалар ҡаралған. Ер торг ойошторолмай ҡуртымға бирелә, һалым льготалары, коммуникациялар төҙөлөшөнә утыҙ миллион һумғаса субсидиялар бүленә.

Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса программа әүҙем үҫешә. Уның сиктәрендә яңы объекттар төҙөү генә түгел, булғандарын яңыртыу ҡаралған. Программаға баҙарҙың төп ҡатнашыусылары – «Башнефть» һәм «Лукойл» ойошмалары ла ҡушылды. Йәмғеһе 88 проект тормошҡа ашырыла.

Алексей Гусев, Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры

Бөгөн был йүнәлешкә 10 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителер тип көтөлә. Таҙалыҡҡа, сифатлы туҡланыу һәм юғары сервисҡа - ресубликала ихтыяж ҙур. Уларҙың кимәлен күтәреү туристар артыуын да күҙаллай.

Рәзилә Ғиниәтуллина