Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ковид-госпиталдәрҙәге койка фондының дүрттән бер өлөшө буш. Стәрлетамаҡтағы медицина үҙәгендә 124 пациент дауалау курсы үтә, уларҙың яртыһында мәкерле инфекция асыҡланған.
Биш кеше реанимацияға һалынған. Сирлеләр билдәләүенсә, заманса шарттарҙа ваҡытында медицина ярҙамын алыу – һауығыуҙы тиҙләтә.
Әле ковид-госпиталдә табиптар тәүлегенә яҡынса ун пациентты ҡабул итә. Һуңғы ике аҙнала ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелгән. Белгестәр билдәләүенсә, сирҙе өлкән йәштәгеләр, хроник сирлеләр һәм вакцинация үтмәгәндәр айырыуса ауыр үткәрә. Балалар араһында ла ауырыуҙар һаны артыуы күҙәтелә. Төп билдәләр – температура күтәрелә, тымау, оҙайлы биҙгәк.
Гөлназ Хәйбуллина